Республика заправкаларындағы хәлде нисек аңлатырға? Сират кәмеһә лә, күпмелер ваҡыт көтөп торорға тура килә. Заводтарҙан бензин килтереү күләме арттырылһа ла, ихтыяж юғары булып ҡала. Ни өсөн канистрҙарға бензин тултырырға ярамай? Махсус хеҙмәттәр менән мәсьәлә нисек хәл ителгән? Яғыулыҡ барыһына ла етерме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты беҙҙең телеканалда тура эфирҙа үтәсәк брифинг барышында ишетергә мөмкин. Эфир ваҡыты бөгөн көндөҙгө сәғәт өскә тәғәйенләнгән.