Өфө вуз-ара кампусының геном үҙәгендә сираттағы белем биреү сессияһы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ҡатнашлығында үтте. Олег Ли яһалма зиһендең киләсәге, уны дөрөҫ файҙалана белеү юлдары тураһында һөйләне. Төп бурыс-идара итеү командаларына яһалма интеллект технологиялары тураһында аңлатыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, май айында Радий Хәбиров һанлы трансформация һәм яһалма интеллект технологияларын үҫтереү буйынса совет булдырыу тураһында иғлан иткәйне. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле үк медицина, мәғариф, сәнәғәт, ауыл хужалығы кеүек күп тармаҡтарға индерелеп, үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән дә инде. Мәҫәлән, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре ярашлы, Өфө поликлиникаларында диспансерлаштырыу ваҡытында 10 меңләп кешелә нейросеть ярҙамында хәүеф факторҙары асыҡланған. Ә ауыл хужалығында эре мөгөҙлө мал аҙығын ҡулланыуҙы контролдә тотоу системаһы Ауырғазы районындағы крәҫтиән-фермер хужалығында уңышлы тормошҡа ашырыла.