Дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр буйынса законға үҙгәреш индерелде. Республика башлығы ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, юғары дәүләт наградаһы граждандарҙан тыш, хеҙмәт коллективтары һәм ойошмаларға ла тапшырыла. Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә ошондай тәҡдим менән сығыш яһағайны. "Хөкүмәткә предприятиеларҙың иң яҡшы хеҙмәт коллективтарына Генерал Шайморатов орденын биреү буйынса тәҡдимдәр, Республика башлығы хакимиәтенә дәүләт наградалары тураһында положениеға үҙгәрештәр индерергә ҡушам. Төп бурыстарҙың береһе — был предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Махсус хәрби операцияның уңыштары иҡтисад ныҡлығына бәйле. Инвестицияларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә, предприятиеларҙы яңыртырға, сәнәғәт кластерҙарын, индустриаль һәм технопарктарҙы, өҫтөнлөклө зоналарҙы үҫтерергә кәрәк”-, тине Радий Хәбиров