Республика “Йәштәр өсөн төбәк” президент программаһы конкурсы еңеүсеһе булды. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, субсидия йәштәр киңлектәрен яңыртыуға, 4 меңгә яҡын остазды уҡытыу һәм ойошмалар өсөн яңы ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Республикала 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 миллион 57 мең кеше йәшәй. Йәштәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында.