Өфөнөң яғыулыҡ ҡойоу урындарында сират ике ярым тапҡырға кәмегән, ә бына республиканың айырым төбәктәрендә хәл элеккесә ҡатмарлы ҡала. Мәҫәлән, Мәләүездә ҡайһы бер станциялар бөтөнләй ябыҡ. Яғыулыҡ мәсьәләһе бөгөн Башҡортостандың төп телеканалында тура эфирҙа тикшерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, көн һайын көндөҙгө сәғәт 3-тә беҙҙең каналда брифинг үтә. Унда яғыулыҡҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар яҡтыртыла. Автозаправкаларҙағы хәлде күҙәтеү өс сәғәт һайын алып барыла.
Бөгөнгә властар яғыулыҡ ташыуға ҡағылышлы сикләүҙе ғәмәлдән сығарған. Бындай ҡарар пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе арҡаһында ҡабул ителгән ине. Шулай уҡ ресурстар «Башнефть» менән «Лукойл» станциялары араһында бүленә, яғыулыҡ ихтыяж ҙур булған урындарға йүнәлтелә.