Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһы шарттары октябргә тиклем үҙгәрмәйәсәк

Был хаҡта Рәсәй финанс министрлығы хәбәр итте. Әлегә тиклем белгестәр ғаиләләге балалар һанына ҡарап ставкаларҙы төрлөсә ҡуйыу идеяһын тикшергәйне. Әммә әлегә барыһы ла элекке кеүек ҡала. Ведомстволар Ил президенты ҡушыуы буйынса программаны камиллаштырыуҙы дауам итә. Талап 1 октябргә тиклем үҙгәртелмәйәсәк. Шуға күрә ипотека алырға ниәтләгән ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен көҙгә тиклем хәл итеү отошло.

Ғаилә ипотекаһы менән 6 йәшкә тиклем бер, 18 йәшкә тиклемге ике йәки инвалид бала тәрбиәләгн ғаиләләр файҙалана ала. Бер ғаиләгә ике ташламалы ипотека алырға ярамай. Программа көҙгә тиклем үҙәрешһеҙ ҡала, йәғни банктар һәм девелоперҙарға әлеге шарттарҙа эшләргә, ғаиләләргә фатир алырға мөмкин.

Евгений Декатов, Башҡортостандың финанс үҙәге директоры

Мәғлүм булыуынса, илдең ҙур ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә икенсел торлаҡҡа ғаилә ипотекаһы эшләмәй. Республиканың 14 ҡалаһында ташлама ҡаралған. Был исемлеккә Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Яңауыл, Ағиҙел, Күмертау, Салауат һәм Сибай инә. Шартта буйынса, ставка-йылына 6 процент, тәүге иғәнә-20 проценттан башлана. Әсәлек капиталын ҡулланырға мөмкин. Мөһим сикләү йорттоң йәше 20-нән артмаҫҡа тейеш.