Башҡортостан делегацияһының Абхазияға рәсми эш сәфәре башланды

Сухумдың яңы аэропортында Радий Хәбиров етәкселегендәге төркөмдө Абхазия Премьер-министры Владимир Делба ҡаршы алды. Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, Абхазия Рәсәйҙең стратегик союздашы. Ә Башҡортостан өсөн был туғандаш республика, был ил менән беҙҙе бик йылы мөнәсәбәттәр бәйләй, һәм ышаныслы партнер. Быйыл майҙа Өфө менән Сухум араһында тура авиарейс асылды. Был туристик өлкәне һәм, әлбиттә, эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөһим импульс. Эш сәфәре барышында Радий Хәбировтың Абхазия Президенты Бадра Гунба менән осрашыуы көтөлә. Яҡтар араһында ҡабул ителәсәк килешеүгә ярашлы-Өфө менән Сухум туғандаш ҡалалар буласаҡ.