Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде

Был дата ҡаты һынауҙар аша үҙенең хәрби бурысын үтәүсе ватандаштарыбыҙға тәрән ихтирам һәм рәхмәт символы. Был көндө төрлө һуғыштарҙа һәм локаль бәрелештәрҙә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫкә алына. Йола буйынса июлдең тәүге көнөндә республикала митингтар, мемориалдарға һәм һәйкәлдәргә сәскә һалыу, ветерандар менән осрашыуҙар үтте. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн Иглин районынан өс кеше Ҡыҙыл йондоҙ орденына, алтыһы Батырлыҡ өсөн миҙалына лайыҡ булған. Митингта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ғәмәлдәге ғәскәр частары командирҙарының рәхмәт хаттары тапшырылды.

Өфөлә лә һәләк булған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар хөрмәтләп иҫкә алынды. Тантаналы сараға йыйылыусылар «Ҡайғылы әсә»мемориалына сәскә һалды. Унда власть вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары, төрлө хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.