Музей хужалары Ҡараҡашлы ауылында тыуып үҫкән. Ғаилә башлығы Шамил Әхмәтғәле улы оҙаҡ ваҡыт нефтсе, ә ҡатыны Тәслимә Файраз ҡыҙы урындағы хужалыҡта ашнаҡсы булып булып эшләй. Улар өс бала: ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләй. Бөгөн хаҡлы ялда булһалар ҙа Хәбировтар ҡул ҡаушырып ултырмай. Тарих менән ҡыҙыҡһыныуҙары оло музей коллекцияһына әүерелгән.
Тарихи-этнографик музейҙа тупланған экспонаттарҙың күбеһе 19-сы быуатҡа ҡарай. Бында Ленинград ҡамауы осорондағы сумаҙан, боронғо тимер һәм хатта ата-бабалар ҡулъяҙмалары кеүек ғаилә ҡомартҡылары һаҡлана. Музейҙағы экспонаттар көн һайын тулылана. Хәбировтар «Атайсал»п роектында әүҙем ҡатнаша. Уларҙың тырышлығы менән зыярат төҙөкләндерелә, юл һәм һыу үткәргес яңыртыла.