Әбйәлил районынан “Арчи” позывнойлы яугир ялға ҡайтҡан

Пилотһыҙ осоу аппараттары командиры ҡатынын һәм яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алған.   "Арчи" башта һөжүм итеүсе була, пилотһоҙ осҡостар менән идара итергә уҡый, әле үҙе һалдаттарҙы өйрәтә. “Пилотһыҙ осоу аппараты операторы булыу - ҙур яуаплылыҡ.  Көндәлек күнекмәләр һөҙөмтәһендә аппаратты автоматик рәүештә йыйырға өйрәндем.  Хәҙер күҙ йомоп та аппаратты һүтеп йыя алам”-,ти яугир. “Арчи”- Суворов ордены, Луганск халыҡ республикаһы наградаһына, шулай уҡ ведомство миҙалдарына лайыҡ булған.