Башҡортостан делегацияһының Абхазияға рәсми эш сәфәре башланды

Сухумдың яңы аэропортында Радий Хәбиров етәкселегендәге төркөмдө Абхазия Премьер-министры Владимир Делба ҡаршы алды. Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, Абхазия Рәсәйҙең стратегик союздашы. Ә Башҡортостан өсөн был туғандаш республика. Ышаныслы партнер булараҡ та беҙҙе йылы мөнәсәбәттәр бәйләй. Быйыл майҙа Өфө менән Сухум араһында тура авиарейс асылды. Был туристик өлкәне һәм, әлбиттә, эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөһим импульс. Яҡтар араһында ҡабул ителәсәк килешеүгә ярашлы-Өфө менән Сухум туғандаш ҡалалар буласаҡ.

Башҡортостан башлығы Абхазияға рәсми сәфәре барышында 1992-1993 йылдарҙа дәүләттең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алды. Радий Хәбиров Абхазия президенты Бадра Гунба, Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар менән Тамыш ауылындағы «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскә һалды. Мемориаль комплекс 1993 йылда Тамыш десант операцияһы ваҡытында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған. Тантаналы сара был ваҡиғаның 33 йыллығына арналды. Унда ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.