Башҡортостанда яғыулыҡ менән хәл контролдә

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы яғыулыҡҡа бәйле мәғлүмәтте өс сәғәт һайын ала. Был хаҡта БСТ каналында уҙған бөгөнгө брифингта белдерҙеләр. Яуаплы белгестәр көн һайын республиканың төп телеканалында яғыулыҡ баҙарындағы һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра. Водителдәрҙе борсоған һорауҙарҙың береһе Шаҡша биҫтәһендәге яғыулыҡ ҡойоу станцияларына ҡағылды. Ысынбарлыҡта улар нефть продукттары ҡабул итеп, ваҡытлыса ябылған булған. Әле барыһы ла эш режимында. Яғыулыҡ мәсьәләһе ашығыс ярҙам хеҙмәтенең эшенә йоғонто яһамаған. Был 500-гә яҡын машина, уларҙың һәр береһе тәүлек һайын кәмендә 250 километр юл үтә. бының өсөн яҡынса 40 литр яғыулыҡ талап ителә. Карталарға лимит ғәмәлдән сығарылған. Был категория водителдәре өсөн алгоритм яңыртылған.

Ведомство-ара бәйләнеш һөҙөмтәһендә килеп тыуған проблема шунда уҡ хәл ителде. Эшкә сыҡҡан водителдәрҙең бурыстары аныҡ билдәләнгән. Улар яғыулыҡты маҡсатҡа ярашлы тотонорға тейеш, бензинды канистарға ҡойоу йәки картаны өсөнсө ҡулдарға тапшырыу ҡәтғи рәүештә тыйыла.

Елена Ғәлимуллина, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары

Благовещен ҡалаһында катмарлы хәл аҙна башында күҙәтелгән, әле хәл тотороҡланған.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ араһындағы Ауырғазы районы участкаһында ла проблемалар бар, унда бер генә заправкалау станцияһы эшләй. Мәсьәлә яҡын арала хәл ителә. Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Мәләүез һәм Күмертауҙа ла хәл контролдә тотола.

Заправкалау станцияларында ығы-зығы күренештәре кәмей. Мәҫәлән, бөгөн Өфөлә сиратта уртаса 11, ә кисә 14 автомобиль, ә быға тиклем 35-тән күберәк транспорт сараһы кузэтелгэн. Хәҙер төп фактор яғыулыҡ килтереүҙе контролдә тотоу. Әгәр бер станцияла бензин бөтһә, күршеһендә ул булырға тейеш.

Тимур Герасимов, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрының беренсе урынбаҫары