Советтар Союзы Геройы Башҡортостандың баш ҡалаһына алтмышынсы йылдар уртаһында ике тапҡыр килгән. Әлеге учреждениела ул мәктәп уҡыусыларын пионерҙар сафына ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан. Шулай уҡ телеүҙәктә лә булған. Тарихи ваҡиға Ер орбитаһына беренсе осоуынан һуң 1964 йылдың декабрендә теркәлгән. Өфөнө ул үҙенең икенсе Ватаны тип һанаған, сөнки ҡатынының ата-әсәһе Башҡортостанда йәшәгән. Тантаналы сарала илдең авиация-космос тармағынан бик күп вәкилдәр ҡатнашты. Улар араһында Анжелика Парфёнова ла бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып-үҫкән ҡыҙ бөгөн космонавтар отрядына инеү өсөн әҙерлек курсы үтә.