Башҡортостан ата-әсә башлағыстары конкурсы буйынса илдә тәүге биш төбәк исемлегенә инде

Республиканан конкурсҡа 264 ғариза тапшырылған, 15 проект  төрлө йүнәлештәрҙә еңеүсе  тип танылған.  Гранттың дөйөм  суммаһы 400 миллион һумға баһалана. 13 миллион ярым һумдан ашыу аҡса Өфө, Бәләбәй, Салауат ҡалалары, Баҡалы, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Өфө, Асҡын райондары мәктәптәре һәм балалар баҡсаларына тапшырыла.