Башҡортостан һәм Абхазия стратегик хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Өфөнән Сухумға тура рейс менән. Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы рәсми эш сәфәре менән Абхазияла булды. Сәфәр программаһы сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Республика делегацияһы Абхазия президенты Бадра Гунба менән осрашты, «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскә һалды, диңгеҙ буйы инфраструктураһын ҡараны. Рәсми сәфәр һөҙөмтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостан делегацияһының Абхазияға эш сәфәре иҫтәлекле датаға тура килде. Ошо көндәрҙә Тамыш десант операцияһына 33 йыл. Радий Хәбиров Абхазия президенты Бадра Гунба, Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар менән1992-1993 йылдарҙа дәүләттең бойондороҡһоҙлоғо өсөн һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алды, «Абхазия азатлығы» һәйкәленә сәскә һалды. Был мемориаль комплекс 1993 йылда Тамыш десант операцияһы ваҡытында һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған. Башҡортостан башлығы Абхазия президенты менән осрашыу мәлендә урындағы халыҡтың батырлығына һоҡланыу һәм хөрмәт белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, Абхазия Рәсәйҙең стратегик партнеры. Ә Башҡортостан менән Абхазияны дуҫтарса йылы һәм эшлекле мөнәсәбәттәр бәйләй. Быйыл майҙа Өфө менән Сухум араһында тура авиарейс асылды. Был туристик өлкәне һәм эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн мөһим этәргес булып тора.

Радий Хәбиров Абхазия президенты менән осрашыуҙа «башҡорт-абхаз» оҙон ғүмерлелеге программаһын дауам итеү һәм өҫтәмә финанслау тураһында ла белдерҙе. Шулай уҡ киләсәктә Өфө һәм Сухумды туғандаш ҡала тип иғлан итеү ҙә планлаштырыла. Был ике яҡ өсөн дә киң хеҙмәттәшлек аса.

Эш сәфәре барышында Башҡортостан һәм Абхазия араһындағы тауар әйләнешен арттырыу тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙең республика уҡыу йорттарында Абхазия өсөн кадрҙар әҙерләү мөмкинлеге лә ҡарала. Абхаздар бигерәк тә, медицина хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостанда уҡытырға теләй. Сөнки беҙҙең республика белгестәре абхаздарға Ватан һуғышы осоронда ла, коронавирус эпидемияһы мәлендә лә ныҡ ярҙам итә. Бадра Гунба халыҡ сәләмәтлеге һағында торған яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградаларына тәҡдим итергә ҡушты.

Башҡортостан делегацияһы диңгеҙ буйы инфраструктураһын да ҡараны. Бында Сухум ҡалаһының йөҙөн билдәләгән «Диоскуров» проекты тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндереү эшендә Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнаша.

Р.Кәримова