Мәләүез ирекмәндәре яугирҙарға ярҙамын дауам итә

Тылдағы фиҙәҡәр хеҙмәт менән Еңеүҙе яҡынайтыусылар. Мәләүез ҡалаһында 2022 йылдың сентябренән алып «Йөрәк ҡушыуы буйынса» тип исемләнгән ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. Мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам оҙатыла, маскировка селтәрҙәре үрелә, яугирҙар өсөн баш һәм өҫ кейемдәре тегелә. Шулай уҡ оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тә әҙерләнә. Бөгөн ойошманың етмештән ашыу филиалы бар, берҙәм команда көн дә сменаларға бүленеп эшләй.

Ирекмәндәр араһында алғы һыҙыҡтағыларҙың ғаилә ағзалары, яҡын туғандары ла бар. Һәр кем көндәлек эше менән яҡташ яугирҙарға адреслы ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Фронттан килгән һәр мөрәжәғәт эшкә алына һәм ваҡытында тапшырыла.