Повестка буйынса килмәгәндәргә милек менән килешеүҙәр сикләнә

Повестка буйынса 20 көн эсендә хәрби комиссариатҡа килмәүселәргә күсемһеҙ милек менән иҫәп-теркәү атҡарыуҙы рөхсәт итмәү хәүефе янай. Был турала Росреестр идаралығынан хәбәр итәләр. Ҡәтғи сара шулай уҡ хәрби иҫәпкә тәүтеркәү үтергә тейешле булған, әммә был бурысын үтиәмәгәндәргә лә ҡағыла.

Сикләү ҡулланыу тураһында ҡарар хәрби иҫәп буйынса дәүләт мәғлүмәт системаһына теркәлә һәм Росреестрға ебәрелә. Артабан дәүләт теркәүсеһе күсемһеҙ милек менән бәйле һәр төрлө документтар эшләүҙе туҡтата. Был яңы объектты кадастр иҫәбенә ҡуйыу, милек хоҡуғы теркәү, һатыу һәм бүләккә тапшырыу кеүек килешеүҙәргә ҡағыла.

Наталья Шаһиева, Росреестр хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы