1 июлдән Башҡортостанда тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә, шулай уҡ етем балаларҙың опекундарына түләүҙәр күләме арттырылды. Республика законына төҙәтмәләргә төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Яңылыҡтар 6 меңгә яҡын опекунға һәм тәрбиәгә бала алған ата-әсәләргә ҡағыла.
Баҡалы районынан Бахрамовтар йорто балаларҙың шат-тауыштарынан тынмай. Һәр эште лә улар бергәләп башҡарырға күнеккән. Илзиҙә менән Радик, өйләнешкә, тә ишле ғаилә тураһында хыяллана. 5 йыл элек үҙҙәренең 6 балаһы янына тағы ла шунса ҡыҙ һәм малай ала. Бөгөн татыу ғаиләлә 12 бала тәрбиәләнә. Ата-әсә уларҙың һәр береһендә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй: кемдер хужалыҡта ярҙам итә, кемдер аш-һыу бүлмәһендә эшләй. Бахрамовтарҙың өлкән балалары үҙ ғаиләләрен ҡорған. Ҡалғандары колледждарҙа һәм мәктәптәрҙә уҡый.
Рәсәй Президенты указы менән Бахрамовтар күптән түгел «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды. Әйткәндәй, республикала 9 меңгә яҡын етем бала йәшәй, уларҙың 95 процент самаһы ғаиләләргә урынлаштырылған. Тап улар өсөн 1 июлдән айлыҡ түләүҙәр күләме артты. Бынан ары опекундар йәки попечителдәр уртаса 11 мең, инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала ҡараусылар 13 мең ярым һум аҡса аласаҡ.