Яҡташабыҙ был наградаға гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды. Награданы Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров тапшырҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Нәбиев 2015 йылда Омскиҙа казарма емерелеүе һөҙөмтәһендә ике аяғын да юғалтты. Был фажиғәнән һуң ул үҙенең тормошо менән кеше мөмкинлектәренең сикһеҙ булыуын иҫбатланы. Бөгөн яҡташыбыҙ әүҙем социаль эшмкәрлек алып бара, хәйриә, спорт менән шөғөлләнә. Һуңъғы йылдарҙа альпинист булараҡ донъяның иң бейек түбәләрен яулай. Күптән түгел ул ҡулдары ярҙамында Эверестҡа күтәрелде һәм тарихта быға өлгәшкән беренсе кеше булды.