Яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтар республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тупланды. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. Гумнитар ылау әҙерләүҙә ҡала һәм райондар, ойошма һәм предприятиелар ҡатнашты. 24 хәрби берләшмәлә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға адреслы ярҙам тапшырылды. Шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ауылы балалар йорто өсөн кейем-һалым, уйынсыҡтар һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары ебәрелде.