Бөтә Рәсәй “Туриада” фестивалендә яугир Илнур Хәмитов сығыш яһай

Баймаҡ районынан махсус хәрби операция ветераны спорт туризмы буйынса федераль этапта ҡатнаша. Илнур Хәмитов 2024 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа китә. Алғы һыҙыҡта штурм подразделениеһы командиры була. Хәрби берелештәрҙең береһендә ҡаты яралана.  Бөгөн яугир спорт менән шөғөлләнә, туристик арауыҡтарҙы үҙләштерә. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторолған ярыш Салауат районы Яңы Ҡаратаулы ауылы янында үтә. Рәсәй төбәктәренән йыйылма командалар  байдарка, катамаран һәм башҡа йөҙөү сараларында уҙыша.