МХО биләмәһендәге яугирҙарҙың сентябрҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлеге бар

Республика  Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдереүенсә, хәрби частар урынлашҡан биләмәләрҙә ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыла, уларҙың эшен ойошторғанда закон менән рөхсәт ителгән барлыҡ варианттар ҙа файҙаланыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ваҡытынан алда йәки биналарҙан ситтә тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. 18-20 сентябрҙә ялда булғандар йәшәгән урыны буйынса тауыш бирә ала.