Боронғо башҡорт көрәшенә заманса ҡараш. Сибайҙа республиканың Көрәш федерацияһы һәм «Ирәндек» хәйриә фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ халҡыбыҙҙың милли спорт төрөн үҫтереү һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн бар көстәрҙе һәм ресурстарҙы берләштереү бурысы ҡуйылды. Башҡорт көрәшенең киләсәген хәстәрләгән замандаштарыбыҙ фекере менән БЮТ ижажи төркөмө ҡыҙыҡһынды.
Көрәш-башҡорттарҙа борондан килгән милли спорт төрө. Уның быуындан-быуынға тапшырыла барыуын «Алдар менән Зөһрә», «Алпамыша менән Барсынһылыу» эпостары кеүек халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларында осратырға мөмкин. Милли көрәш бөгөн дә һабантуй һәм башҡа байрамдарҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Әммә хәҙерге бил алышыу элеккеһе менән сағыштырғанда айырыла, ти белгестәр. Үҙгәреш тәү сиратта ҡағиҙәләргә ҡағылған. Шуның өсөн дә бөгөн башҡорт көрәшен үҫтереү буйынса етди эш алып барыла.
Башҡорт көрәшен үҫтереү мәсьәләләре Сибайҙа үткән осрашыуҙа тикшерелде. Милли спорт төрөнөң абруйын күтәреү «Ирәндек» хәйриә фонды тарафынан яҡлау тапҡан. Был эштә республиканың Милли көрәш федерацияһы ла ҙур өлөш индерер тип көтөлә. Һәр хәлдә берлектәге эшмәкәрлек бәйгеләр ойоштороу, балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү, көрәшселәргә һәм тренерҙарға ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Башҡорт көрәшселәре дәғүәсеһен ҡул көсө менән генә күтәреп салҡан һала. Аяҡ салыу һәм аҫтан тартып йығыу тыйыла. Тап ошо күренештәр-милли көрәштең сағыу биҙәге һәм был алымдар көйәрмәндәрҙә айырыуса ҡыҙыҡһыныу уята. Спортың был төрөн үҫтереүгә дәүләт тарафынан да етди иғтибар бирелә.
Көрәш-милләтебеҙҙең аҫыл биҙәге. Уның менән шөғөлләнеү көс, сыҙамлыҡ һәм еңеүгә ынтылыш кеүек сифаттар тәрбиәләй. Шуға ла Сибайҙа ҡабул ителгән килешеү боронғо спорт төрөнә заманса һулыш бирер тип көтөлә.
И.Байбулатов