Нефтекама командаһы 21 июлдә ялдан сыға. Медцина тикшеренеүе үткәндән һуң, үҙ базаһында күнекмәләр уҙғара. Август башында Ижевскиҙың “Ижсталь” клубы менән 2 контроль уйын ҡаралған. Шулай уҡ Әлмәттә һәм Санкт-Питербургта миҙгел алды турнирҙарында ҡатнашыу планлаштырыла. Бөтә Рәсәй хоккей лигаһында даими беренселек сентябрь башында старт ала.