Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ултырышы уҙҙы

Һайлау ғәҙел үтһен өсөн. Республика йәмәғәт палатаһында һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ултырышы уҙҙы. Төп доклад менән “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы”  ассоциацияһы рәйесе, Рәсәй президенты янындағы Граждандар йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтарын үҫтереү советы ағзаһы Александр Брод сығыш яһаны. Төп иғтибар- махсус хәрби операция шарттарында хәүефһеҙлек, яһалма интеллект менән файҙаланылған фейк һәм манипуляцияларға ҡаршы тороу, беренсегә тауыш биргән 1 миллион 600 мең йәш һайлаусылар менән эш, тине Александр Брод.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт Думаһына һайлау 18, 19, 20 сентябрҙә уҙа. Башҡортостанда шулай уҡ  Өфө ҡала советына, Урал аръяғы округы буйынса Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайына, 38 райондағы үҙидара вәкилдәренә өҫтәмә һайлау үтә.