Шулай уҡ һутлы мал аҙығы туплана. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 27 мең тонна бесән әҙерләнгән, 400 мең тоннаға яҡын сенаж һалынған. Мал башына яҡынса 4 центнер аҙыҡ берәмеге тупланған. Сенаж әҙерләү буйынса Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары алда бара-һәр береһендә 40 мең тоннанан ашыу һутлы мал аҙығы һалынған. Һуңғы көндәрҙең аяҙ тороуын иҫәпкә алып эш тиҙләтелгән. Быйыл республикала һәр башҡа 28 центнерға яҡын мал аҙығы әҙерләү ҡарала.