Башҡортостанда 91 йәшлек инәй бесән саба

 Йылайыр районының Таллыҡ яланында бесән сабыусылар араһында “Бесән туйы” уҙҙы. Унда Йомағужа ауылынан 91 йәшлек Шәмсинур Ҡолғарина ла ҡатнашты, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Ярышҡа Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ командалары ла килгән, барыһының да иғтибарын иң өлкән ҡатнашыусы йәлеп иткән. Ойоштороусылар билдәләүенсә, икенсе йыл рәттән үткәрелгән “Бесән туйы”ның маҡсаты –  ҡул салғыһы менән бесән сабыу йолаһын һаҡлау һәм йәштәрҙе өйрәтеү.