Башҡортостан вәкилдәре Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша

Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан 27 спортсы һәм бер тренер сығыш яһай. Унда ат сабышы, милли көрәш, уҡ атыу, халыҡ уйындары һәм башҡа ярыштар була. Сарала 100-гә яҡын илдән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Ҡырғыҙстанда 31 августа башлана.