Улар йәшәгән күп фатирлы йәки шәхси йортта пандустар урынлаштырыу, туҡталҡа урынын төҙөкләндереү ҡарала. Исемлек “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды тарафынан төҙөлә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, әле ветерандар йәшәгән 1 мең 300-ҙән ашыу адрес билдәләнгән, уларҙың өс йөҙө шәхси ҡоролмалар менән йыһазландырыуға яраҡлы тип табылған.