Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бәйле ойошторолған сара 10 меңдән ашыу тамашасы йыйҙы. Фестивалдең төп сәхнәһендә республиканың төрлө райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән халыҡ коллективтары, шулай уҡ «Роснефть таланттары энергияһы» артистары: ҡурайсы Илһам Мусин һәм Лиана Мәсәлимова, Ирина Матвеева, Дарья Имаметдинованан торған трио сығыш яһаны. Шулай уҡ Башҡортостан нефтселәре байрам ҡунаҡтары өсөн тематик викториналар әҙерләгәйне. Дүртөйлө район хәкимиәте ойошторған «Ҡанатлы ат» фестивалендә ат сабыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, балалар өсөн интерактив зоналар ойошторолдо. Бындай башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу “Роснефть” компанияһының тотороҡло үҫеш буйынса стратегияһына һәм компанияның корпоратив социаль яуаплылыҡ принциптарына тап килә.