Лекциялар урынына ғалимдар менән осрашыу һәм фермаларҙа практика. Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында «Аграр смена» старт алды.
Профилле сменаға ауыл хужалығы, агробизнес һәм агросәнәғәт комплексындағы заманса һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһынған 100-ҙән ашыу бала йыйылған.
Проект тәүге тапҡыр 5 йыл элек тормошҡа ашырыла һәм ошо ваҡыт эсендә республикала йәйге һөнәри йүнәлеш биреү эшенең мөһим өлөшөнә әйләнә. Быйыл балаларҙы 21 көнлөк бай йөкмәткеле программа көтә. Улар өсөн малсылыҡ һәм үҫемлекселек буйынса оҫталыҡ дәрестәре, агробизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар, ауыл хужалығы предприятиеларына һәм фермаларына экскурсиялар, спорт һәм ижади саралар әҙерләнгән. Смена аҙағында һәр ҡатнашыусы сертификат һәм ҡиммәтле белем аласаҡ, был иһә киләсәктә һөнәр һайларға ярҙам итәсәк.