Екатеринбургта «Иннопром» күргәҙмәһендә Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы рейтингына йомғаҡ яһалды. Республика дөйөм федераль иҫәптә дүртенсе һәм Волга буйы субъекттары араһында беренсе урынды алды. Бынан тыш, Башҡортостан Алтай Республикаһы сәнәғәтен үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн «Иң яҡшы остаз» номинацияһында махсус приз менән бүләкләнде. Төбәктең тағы бер ҡаҙанышы-«дронлаштырыу» милли рейтингында юғары позиция. Башҡортостан «А» юғары категорияһын алып, өсөнсө урын яуланы. Рейтинг төбәктәрҙең ауыл хужалығынан алып логистикаға һәм инфраструктура мониторингына тиклем иҡтисадҡа пилотһыҙ системалар индереүен баһалай.
Өфөнөң «Полигон» предприятиеһы производствоны киңәйтеүгә льготалы займ аласаҡ. Компания мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм критик инфраструктура үҙәктәре өсөн юғары технологиялы телекоммуникация йыһаздары сығарасаҡ. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды директоры Роман Петруца ҡул ҡуйҙы. Яҡтар республиканың сәнәғәт проекттарына артабан ярҙам итеүҙе тикшерҙе.
Тағы ла бер мөһим килешеү-2027 йылда Өфө 3-сө бөтә Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү төбәк фондтары конгресын ҡабул итәсәк. Ул республика фондының 10 йыллығына арнала. Ә ноябрҙә Роман ПетруцаРәсәй сәнәғәт форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға килә.