Төҙөлөш майҙансығы һайлауҙан алып инвестиция сәғәтендә ҡатнашыуға заявка ҡалдырыуға тиклем. Башҡортостандың инвестиция порталында бизнес-берләшмә өсөн файҙалы мәғлүмәт килтерелгән, төрлө льгота-субсидиялар менән танышырға мөмкин. Төбәк иҡтисады үҫешендә әүҙем ҡулланылған һанлы ярҙамсы тураһында киләһе яҙмала.
Заводта барлыҡ технологик линиялар ҙа автоматлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәр гофроагрегат режимын көйләп, эш процесын күҙәтә, ваҡытында сеймал менән тәьмин итә. Төрлө үлсәм һәм ҡатмарлыҡтағы продукцияның сифатына иғтибар юғары, техник контроль ойошторолған.
«Алға» айырым иҡтисади биләмәһендә яңы проивзодство майҙансығы быйыл февралдә сафҡа индерелгәйне. Айына бында кәмендә өс миллион ярым квадрат метр продукция сығарыла. Ҡатырға менән Башҡортостандан тыш, күрше төбәктәр ҙә тәьмин ителә.
Өфө районында 2014 йылдан алып иҡтисад һәм сәнәғәт тармаҡтарында ихтыяж менән файҙаланылған гофрировкалы ҡағыҙ менән ҡатырға, ҡағыҙ тара һәм төрөү материалдары етештерелә. Күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә предприятиеның етештереү ҡеүәте ике тапҡырға артҡан. Илле яңы эш урыны булдырылған.
Транспорт сараларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау ойошмаһы етәкселеге лә инвестиция порталы мөмкинлектәре менән ҡулланып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яңы объект төҙөлөшөнә ер участкаһын тапҡан. Өфө районы Жуков ауылы эргәһендә заман талаптарына яуап биргән сервис станцияһы төҙөлә. М-5 трассаһынан үткән автоһәүәҫкәрҙәргә, айырыуса йөк машиналары водителдәренә туҡтап ял итеү өсөн дә шарттар булдырыласаҡ.
Республиканың инвестиция порталы эшҡыуарҙар һәм инвесторҙарҙың электрон ярҙамсыһы һанала, уның ярҙамында дәүләт ресурстары һәм онлайн-сервистар тураһында мәғлүмәт еткерелә. Резидент статусын алыуға, проектты өҫтөнлөклөләр иҫәбенә индереүгә заявка ҡалдырырға мөмкин. Йыл башынан ғына «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгән, был күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда 74 процентҡа күберәк.
Гөлназ Хәйбуллина