Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең һалым хеҙмәттәре етәкселәре ҡатнашлығында эшлекле саралар үтә. Федераль һәм Халыҡ-ара эксперттар йәш уҡытыусылар, студенттар менән осрашып, һалым сәйәсәтенә бәйле лекциялар уҡыны. Һанлаштырыу, яһалма интеллект технологияларын ҡулланыу һәм кадрҙар әҙерләүҙә берҙәм программалар ойоштороу форумдың төп темалары булды. Эшлекле программанан тыш, төрлө илдәрҙән килгән делегация вәкилдәре өсөн республиканың мәҙәни, тарихи һәм производство объекттарына экскурсиялар ҙа ҡаралған.