Өфөлә йәшәүселәр ипотека урынына ҡуртымды һайлай

Ҡуртымғамы, әллә ипотекағамы? Өфөлә йәшәүселәрҙең күпселеге ипотекаға ҡарағанда, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәүҙе хуп күрә. Әле ваҡытта беренсел баҙарҙа ставкалар 15 процентҡа тиклем етә. Эш шунда: бер бүлмәле фатир өсөн күпселек халыҡ 30 йыл дауамында ай һайын 50 мең һум түләй алмай. Ә фартирға түләп йәшәгән осраҡта ҡуртым хаҡтары 25 мең һумдан башлана. Халыҡ һәм эксперттар фекере менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Һаҡ ҡына итеп ҡыҙының кейемдәрен үтекләүсе Илнара Заһитова Өфөлә 15 йылдан ашыу ғүмер итә. Башта юғары белем ала, һуңынан эшкә урынлаша, ғаилә ҡора. Ошо йылдар эсендә күп тапҡырҙар фатир алмаштыра. Һуңғы биш йылда тормош иптәше һәм ҡыҙы менән бергә «Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһендә ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирға айына 30 мең һум түләп йәшәй. Йәш ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртыу тураһында хыяллана, әммә әлегә торлаҡ һатып алыу кеҫәгә һуға ти, Илнара.

Ә Ләйсән Иҡбаева иһә үҙен Өфөлә ипотека менән бәйләргә теләмәй. Шуға күрә ул бер бүлмәле фатир ҡуртымы өсөн айына 30 мең һум түләп йәшәүҙе хуп күрә.Башҡорт дәүләт медицина университетында ординатура үтеүсе ҡыҙ бер ниндәй ҙә льготалы ипотекаға өмөтләнә алмай.

Йәш өфөләр юғары ставкалар арҡаһында күсемһеҙ милек һатып ала алмай. Мәҫәлән, икенсел баҙарҙа ставка 14-19, әгәр һатып алыусының ғаиләһе һәм балалары булмаһа беренсел баҙарҙа 14-15 процентҡа тиклем.

Дөрөҫ, алдағы ярты йылда тенденция үҙгәрмәйәсәк. Банктар төп ставканың түбәнәйеүенә юл ҡуймай, бала табырға планлаштырған ғаилә парҙарына иһә төҙөүселәр отошло шарттар тәҡдим итә, был осраҡта йәш ғаиләләрҙең һатып алыу мөмкинлеге көслө буласаҡ.

Ирина Сорок, компанияның идарасы директоры

Шул уҡ ваҡытта эксперттар фатир-студияны айына 17 мең һумдан, ә ике һәм өс бүлмәле фатирҙарҙы коллектив рәүештә йыйылып, ҡуртымға алырға өндәй. Аналитиктар бюджетты үлсәп, мөмкин булғанса аҡса туплап ҡалырға кәңәш итә.

Аҡса йыйып өлгөргән осраҡта уны мотлаҡ беренсе иғәнәне түләү өсөн инвестицияларға кәрәк. Күсемһеҙ милек баҙарында бөтәһе лә бик тиҙ үҙгәреп тора, ул төп ставканы яйлап кәметеүгә, ипотека буйынса ставканы кәметеүгә лә бәйле булыуы ихтимал, әммә был бер һәм ике айлыҡ перспектива түгел.

Дмитрий Рудзит, Башҡортостан кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры

Ә бына йәш ата-әсәләргә һәм балаларына эксперттар мөмкин тиклем тиҙерәк торлаҡ һатып алырға кәңәш итә. Сөнки илдә беренсе июлдән үҙгәрештәр кисереү күҙалланған ғаилә ипотекаһы ҡағиҙәләренең ҡасан үҙгәрәсәге әлегә асыҡ ҡала.

Гүзәл Борханова