Мәскәүҙә Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Теүәл дүрт йыл элек башҡорт яугиры махсус хәрби операцияла батырҙарҙа һәләк булды. Был көндө Тамерлан Айсар улы хеҙмәт иткән 93-сө гвардия зенит-ракета полкында тантаналы саралар үтте. Унда яугирҙың яҡындары ҡатнашты. Геройҙың әсәһе Айгөл Шакирова әйтеүенсә, хәрби часть биләмәһендә ватан һаҡсылары иҫтәлегенә мемориал асылған. Унда Тамерландың шартлаған машинаһының ишеге ҡуйылған. Бөгөн ошо уҡ часта Рәсәй геройының бер туған ҡустыһы хеҙмәт итә.

Рәсәй Геройының туғандары менән бергә Мәскәүҙә махсус хәрби операция ветераны Азамат Амангилдин да булған. Ул полктың шәхси составына Әбйәлил районы хакимиәтенән бүләктәр алып барған. Азамат Зөлфәр улы яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштергәне һәм уның ғаиләһенә ярҙам иткәндәре өсөн полк етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.