Өфө районында балалар Росгвардия эше менән танышты

Республикала Росгвардия идаралығының 10 йыллығы уңайынан, «Росгвардия менән йәйге каникул» тип исемләнгән ведомство акциялары үтә. Был юлы тәртип һаҡсылары Өфө районындағы «Нур» балалар һауыҡтырыу лагерында ҡунаҡта булды. Малай-ҡыҙҙар хәүефһеҙлек буйынса яңы дәрестәр үҙләштерҙе. Улар ведомство белгестәре менән бергә зарядкаға ла баҫты, беренсе медицина ярҙамын күрһәтергә лә өйрәнде.

Акция сиктәрендә, малай-ҡыҙҙарға Росгвардия идаралығының экипировкаһын кейеп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Улар шулай уҡ патруль автомобиленә ултырып, махсус сигналдар һәм тауыш биреүсе элемтә эшен һынап ҡараны. Бындай осрашыуҙар балаларға йәйге каникулды мөмкин тиклем файҙалы үткәрергә ярҙам итә. Уҡыусылар Росгвардия хеҙмәткәрҙәре күрһәткән батырлыҡтар һәм уларҙың көндәлек эше тураһында күберәк мәғлүмәт туплай, хоҡуҡ һаҡсыларының эше менән яҡындан таныша, мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдыра ала.