Башҡортостанда «Баҫыу көнө» агрофорумы башлана

Республиканың күләмле «Баҫыу көнө» агрофорумы быйыл Өфө районы Ягодная поляна ауылы эргәһендә үтә. Ойоштороусылар трактор-шоу, дрон-рейсинг һәм тәжрибә сәсеүлектәре кеүек махсус майҙансыҡтар әҙерләгән. Күргәҙмә экспозицияһында заманса ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар һәм агрохимия етештереүсе 130-ҙан ашыу компания һәм фирманың ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй селекционерҙары 70 гектар майҙанда перспективалы ауыл хужалығы культуралары һәм гибридтарының 300-ҙән ашыу үҫентеһен, шулай уҡ минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән етештереү тәжрибәләрен тәҡдим итәсәк. Форум 9 июлдән 11-нә тиклем барасаҡ.