Башҡортостанда талпан йоҡторған сирҙәр осраҡтары арта

Бөгөн республикала биш кешелә талпан энцефалиты һәм алтыһында боррелиоз сирен йоҡтороу осрағы теркәлгән. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, медицина учреждениеларына талпан ҡаҙалыуға бәйле осраҡтар әлегәсә теркәлә. Белгестәр тәбиғәткә сыҡҡанда, баҡсала эшләгәндә уяуыраҡ булырға саҡыра. Ябыҡ кейем кейеү, репилленттар ҡулланыу тәҡдим ителә.