Илдең Мәғариф министрлығы 1 сентябрҙән был тәртипте рәсмиләштерә. Әлегә тиклем яңы уҡырға килгән балаларға өйгә эш бирмәҫкә тигән тәҡдим генә ғәмәлдә ине. Ведомствонан белдереүҙәренсә, беренсе класстар мәктәпкә өйрәне киткәнсе уларҙың белемен баһаламаҫҡа һәм ошо рәүешле сабыйҙарҙы стресстан һаҡларға тигән маҡсат ҡуйылған.