10 июлдә Өфө районында "Баҫыу көнө" семинары үтә. Сара Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми-уҡытыу үҙәгендә ойошторола. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар заманса техника өлгөләре менән таныша. “Трактор-шоу” һәм пилотһыҙ техника ярыштары уҙғарыла. Конкурста 45 район механизаторы ҡатнашырға теләк белдергән.