Ямғырҙар арҡаһында хужалыҡтар төп көстө сенаж һалыуға йүнәлтә, бесән әҙерләү тотҡарлана. Әлегә 400 мең тонна һутлы аҙыҡ әҙерләнгән. Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары был эштә юғары һөҙөмтәгә өлгәшә. Быйыл һәр баш малға 28 центнер аҙыҡ әҙерләү маҡсаты ҡуйылған, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.