Матур ғаилә-ил күрке. Бөгөн Башҡортостанда ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам саралары үтә. Иглин районында ойошторолған тантанаға «Ғаилә-2026» Бөтә Рәсәй конкурсының район этабы еңеүселәре саҡырылды. Улар араһында ватан һаҡсыларының яҡындары, 50 йылдан ашыу бергә ғүмер иткән, йәш, остаз һәм төрлө кимәлдәге проектарҙа ҡатнашыусы ғаиләләр. Билдәле булыуынса, 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Осрашыу ҡунаҡтары ғаилә йолалары, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, татыу йәшәү серҙәре менән уртаҡлашты.
Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Артур һәм Резеда Шәйхисламовтар «Күп балалы ғаилә» номинацияһы еңеүселәре. Дүрт бала тәрбиәләүселәрҙең төп девизы-үҙ-ара аңлашып йәшәү, өлкән быуынға һәм балаларға ярҙам итеү. Сарала ҡатнашыусылар дипломдар менән бүләкләнде. Кемдер «Әсәлек даны» миҙалы, ә ике ғаилә торлаҡ сертификатына эйә булды.