Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө 20 сентябргә билдәләнгән, шулай уҡ һайлау 18 һәм 19 сентябрҙә үтә

Был хаҡта “Башинформ” агентлығында  үткән матбуғат конференцияһында Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдерҙе. Республикала бөтәһе 2 миллион  964 мең 457 кеше һайлаусы. Спикерҙар тауыш биреү хоҡуғына эйә булған төбәк халҡы уны мөмкин тиклем файҙаланыр һәм һайлауҙа ҡатнашыу традицион рәүештә юғары булыр тигән өмөт белдерә. Дәүләт Думаһына һайлауҙар, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡала советы һәм бер нисә ауыл советы депутаттарын һайлау менән берлектә уҙғарыла. Тауыш биреүгә әҙерлек бара, республикала бөтәһе 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссияһы ойошторолған, 40-ҡа яҡын ваҡытлыса участка була.