Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө

Башҡортостанда төп саралар Бөрөлә уҙа.  Ҡалала Ғаилә фестивале ойошторолдо. Унда  оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләрҙе тәбрикләнеләр. 3 ғаилә “Ата- әсәлек даны” орденына лайыҡ булды, 9 ғаиләгә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Кушнаренко районынан  Лира һәм Рузалим Кадыровтар ҙа бар. Ата-әсәйебеҙ беҙгә тормошто яратырға өйрәтте, ти ҡыҙҙары Әлфиә Арыҫланова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дүртөйлө районынан Ләлә һәм Рәшит Фәтхетдиновтар ҙа “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалына лайыҡ булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡаланың Ленин исемендәге скверҙа интерактив майҙансыҡтар, рәссамдар аллеяһы, ижади оҫтаханалар булдырылды. Октябрь майҙанында кәсепселәр йәрминкәһе, аҙыҡ-түлек фестивале, күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.