Төбәк буйынса төп байрам саралары ғәҙәттәгесә Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолдо. Ғаиләләр парады, күргәҙмә-йәрминкәләр, төрлө оҫталыҡ дәрестәре, билдәле артистар ҡатнашлығында концерт-һәр йылдағыса ҡунаҡтар өсөн бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Фестиваль йолаһына ярашлы өлгөлө, күп бала үҫтергән ата-әсәләргә почетлы исем, орден-миҙалдар тапшырылды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Рәсәй кимәлендә 8 июль билдәләнгән байрам-Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә законлы никах теркәү изге йолаға әйләнде. Карина Дьяконова менән Константин Гребенщиков та тап ошо датаны һайлап, тотош республика халҡы менән оло шатлығын уртаҡлашты. Бөрөнөң Октябрь майҙанында уҙғарылған тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Йәш ғаиләгә ул мөхәббәтле, бәхетле тормош теләне.
Ҡалала Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған республика байрамы 2019 йылдан алып ойошторола. Күләмле сара ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Төбәк етәксеһе почетлы ҡунаҡтар менән бергә Изге Петр һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды. Православ дине изгеләре рус мәҙәниәтендә мөхәббәт һәм ғаилә бәхете символы һанала. Шулай уҡ Бөрөнөң үҙәк майҙанында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған төрлө күргәҙмәләр эшләне, милли ихаталарҙа балаларҙы тәрбиәләү йолалары күрһәтелде. «Ғаиләләр парады» менән ҙур халыҡ хороводы ла байрамдың төп биҙәгенә әүерелде.
Бөрөлә ойошторолған республика байрамы һәр йылдағыса меңдәрсә кешене бер майҙанға йыйҙы. Күләмле сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Каринэ Владимировна менән бергә тәбрикләне. Оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән, күп бала үҫтергән ғаиләләргә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләт наградалары тапшырылды.
«Герой-әсә» исеме, «Ата-әсәлек даны» ордены һәм уның миҙалы менән бүләкләнеүселәрҙең һәр ҡайһыһы һоҡландырғыс ғүмер юлы үткән.
«Ғаилә һәм балаларға дуҫтарса мөнәсәбәттә булған ҡала» бренд наградаһын быйыл Дүртөйлө яуланы. Республика байрамына килгәндә, көндөҙгө сәғәттәрҙән алып ҡунаҡтар алдында билдәле артистар, ижади коллективтар сығыш яһаны.
Башҡортостанда балалы ғаиләләргә иғтибар юғары. Төрлө ведомстволар тарафынан илленән ашыу ярҙам сараһы күрһәтелә. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса ғына 133 меңдән ашыу ғаилә ҡурсауға алынған.
Гөлназ Хәйбуллина