Башҡортостандың яңы прокуроры эшкә халыҡты ҡабул итеүҙән тотондо

Башҡортостанда яңы прокурор. Иван Грибов Марий Эл республикаһында тыуып үҫкән, быға тиклем Псков, Владимир өлкәләрендә прокурор булып эшләгән. Бөгөн яңы прокурор Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән танышты. Иван Грибов республикала тәүге эш көнөн Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин менән бергә халыҡты ҡабул итеүҙән башланы. Тулыраҡ киләһе репортажда.

Башҡортостанда тәүге эш көнөнөң тәүге иртәһе. Иван Грибов республика прокуроры булараҡ эшмәкәрлеген граждандарҙы ҡабул итеүҙән башланы. Халыҡ яңы прокурорға ҙур өмөттәр бағлай. Осрашыуға төрлө һорау-мөрәжәғәттәр менән 10 кеше килгән. Өфөнән Розалия Нәжметдинованың улы 4 йыл элек мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға эләккән, былтыр Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған. Яугир әсәһе әйтеүенсә, уларҙың проблемаһы түләүҙәр менән бәйле.

Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе социаль проблемаларға ҡағыла. Мәҫәлән, Өфөнән Фәнилә Ахунова хеҙмәт хаҡы түләнмәүгә зарлана. Ул 2025 йылдың декабрендә эшенән киткән, әммә әлегә тиклем аҡсаһын алмаған. Төрлө инстанцияларға мөрәжәт итеп ҡараныҡ, бар өмөт прокуратурала, ти ул.

Рәсәй генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе. Ә Башҡортостандың яңы прокуроры Иван Грибов мөрәжәғәттәрҙең үтәлешен етди контролдә тотасаҡ.

Иван Грибов бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашты, прокуратура хеҙмәткәрҙәре менән танышты. Рәсәйҙең генераль прокуроры урынбаҫары Николай Шишкин Иван Грибовтың үҙ һөнәренең оҫтаһы, тәжрибәле прокурор булыуын билдәләне. Радий Хәбиров яңы прокурорға яуаплы эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.

Иван Грибов прокуратурала эшмәкәрлеген Һарытау дәүләт хоҡуҡ академияһын тамамлағандан һуң, 1997 йылда башлай. Юридик фәндәр кандидаты. Әлегә тиклем Псков, Владимир өлкәләренең прокуроры була. Башҡортостан Рәсәйҙең ҙур субъекты, эш етерлек буласаҡ. Рәсәй Президенты, генераль прокуратура тарафынан ҡуйылған бурыстар тулы кимәлдә үтәләсәк, тине яңы прокурор.

Р. Кәримова