Был турала бөгөн «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғилемханов белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, берҙәм тауыш биреү көнө 20 сентябрҙә үтә. Әммә 18-19 сентябрҙә лә гражданлыҡ бурысыңды үтәргә мөмкин. Быйыл сәйәси кампанияла республика халҡы Дәүләт думаһынан тыш, «Ҡыҙыл» һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға, Өфө ҡала советына һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлаясаҡ. Бөтәһе 69 территориаль һәм 3 меңгә яҡын участка һайлау комиссияһы эшләй. Агитация кампанияһы 22 августа башлана һәм 18 сентябргә тиклем дауам итә, тынлыҡ көндәре ҡаралмаған. Азат Ғилемханов әйтеүенсә, был һайлауға нейроселтәрҙәре файҙаланыу ҡағиҙәһе билдәләнгән. Әммә реклама кампанияһы мәлендә уйлап сығарылған персонаждарҙы һәм мәрхүм булған кешеләрҙең һүрәттәрен ҡулланыу тыйыла. Кандидаттың үҙенән башҡаларҙың фотоларын яҙма рөхсәт менән файҙаланырға мөмкин. Был сәйәси кампанияға «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған программаһының яңы версияһы ла сыҡҡан. Ә дөйөм талаптар, шарттар үҙгәрешһеҙ ҡала.