Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә республика ЗАГС-тары ла буш торманы. Өфөнөң Киров районы бүлексәһендә 11 пар гражданлыҡ акттарын теркәгән. Күптәр был көндө осраҡлы һайламаған. Ғаиләнең беренсе документын алыуға бөгөн яҙылып, тантаналы мәжлесте һуңғараҡ үткәрергә ҡарар итеүселәр ҙә бар.
Ә Өфөнөң Октябрь районына ҡараған «Ғаилә» скверында алтын туйҙарын билдәләгән, бар яҡлап та өлгөлө, ирекмәнлек эшен алып барған парҙар тәбрикләнде. Шулай уҡ урында баш ҡаланың ойошма-предприятиеларынан күргәҙмә-йәрминкәләр ойошторолдо, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, билдәле ижади коллективтар сығыш яһаны. Ғаилә институтына бәйле һорауҙар буйынса бушлай консультациялар ҙа бирелде. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда балалы ғаиләләргә ҡырҡтан ашыу ярҙам сараһы күрһәтелә.
Никах тантанаһы шулай уҡ Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында ла үтте. Ғаилә документы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә беренсегә тапшырылды. Башҡорт дәүләт медицина һәм Өфө нефть техник университеттары студенттарын Диана Бикмөхәмәтова менән Таһир Кәримовты байрам уңайынан ата-әсәләре, туғандары һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре тәбрикләне. Ҡотлау сәләмен Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрлығы ла еткерҙе.