Республикала урып-йыйыу эштәре башланды

Тәүгеләрҙән булып Илеш районы хужалыҡтары рапс культураһын һуғыуға төштө. Ә уңышты йыйыуға дөйөм старт иртәгә Өфө районы Ягодная Поляна ауылында үтәсәк «Баҫыу көнө» агрофорумында биреләсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ужым рапсы үҙенә күрә талымһыҙ булһа ла, бик файҙалы культура. Әлеге хужалыҡта ул 2 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Әйткәндәй, аграрийҙар өсөн рапс-иген баҙары бик үк ҡыуандырмаған осорҙа, финанс яҡтан отошло майлы культура һанала.

Хужалыҡ төбәк орлоҡтарын сығарыу, республиканан ситкә оҙатыу буйынса ла уңышлы эш алып бара. Урып-йыйыуға ла улар тулыһынса әҙер. Ҡул көсө етерлек, техника яланда, бары тик уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу ғына шарт.

Ужым культураларына һауа шарттары үҙе булышлыҡ иткән. Сәсеүлек майҙандары бик үк булмаһа ла, уңыштың юғары, етерлек кимәлдә алынасағы фаразлана.

Әйткәндәй, 9 июлдә Өфө районы Ягодная Поляна ауылы эргәһендә «Баҫыу көнө» агрофорумы башлана. Ойоштороусылар трактор-шоу, дрон-рейсинг һәм тәжрибә сәсеүлектәре кеүек махсус майҙансыҡтар әҙерләгән. Күргәҙмәлә заманса ауыл хужалығы техникаһы, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, ашламалар һәм агрохимия етештереүсе 130-ҙан ашыу компания һәм фирма ҡатнашыуы көтөлә. Форум 9 июлдән 11-нә тиклем дауам итә.

Азат Ғәлиуллин